Логотип

«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»

Башҡортостан Республикаһы йәштәре гәзитенең рәсми каналы.
Подписчики
1300
За 24 часа
+148
22:20 08-04-2026
⚡️Бер кем дә дөрөҫ фаразламаны

✅Конкурс-фаразда бер кем дә дөрөҫ иҫәпте таба алманы, уйын 1:0 иҫәбе менән «Локомотив» файҙаһына тамамланды. «Салауат Юлаев»ҡа киләһе осрашыуҙа еңеүҙәрен теләйек.
✅Фаразлау уйынында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Алдағы көндәрҙә лә беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡыҙыҡлы уйындар, отоштар, конкурстар буласаҡ!

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
22:05 08-04-2026
⚡️Икенсе уйында еңерҙәр, тип өмөтләнәйек

✅Әле генә Ярославлдә "Салауат Юлаев" командаһы менән "Локомотив" араһында икенсе раундтың тәүге уйыны тамамланды.
✅Ике осор буйына тип әйтерлек иҫәп асылманы.
Шулай ҙа хужалар Семен Вязовойҙың ҡапҡаһына берҙән-бер голды индереп, бөгөн 1:0 иҫәбенә еңде.
✅Ярай, ҡайғырмайыҡ, юлаевсылар былтырғы чемпион менән типә -тиң уйнаны.Икенсе уйында еңерҙәр, тип өмөтләнәйек.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
20:25 08-04-2026
... Һәм водитель, көҙгөләргә ҡарамай, ҡапыл газға ныҡ баҫып, артҡа биргән дә, аңғармаҫтан бер йәш кенә егетте бәрҙереп, өҫтөнә барып менгән, иҙгәнсе тапаған. Ул егеттең тере ҡалырға бер форсаты ла булмаған, башы иҙелгән бисараҡайҙың. Машиналағы егеттәр тәүге секундтарҙа, бәлки, юғалып та ҡалғандарҙыр, уныһы миңә ҡараңғы. Ләкин бер аҙҙан улар, иҫенә килеп, енә­йәтсел план ҡорған: был фажиғәне үҙҙәренең өҫтөнән алып, башҡа кеше – килмешәк ир – өҫтөнә япһарырға ниәт­ләгәндәр. Күп уйлап тормай, тапалған егеттең кәүҙәһен клуб янындағы иҫке генә йорт янына алып барып ташлағандар. Бирсәткәләр кейгән килеш йорт хужаһының көрәге менән файҙа­ланып, егетте нигеҙ янында яртылаш күмгәндәр. Һәр хәлдә өҫтөнә бер нисә көрәк тупраҡ ырғытҡандар.
Был енәйәттең эҙҙәрен йәшереүҙә водитель егеттең яҡындары ла ҡатнаш­ҡандыр, тип уйлайым, сөнки төн урта­һында ҡаланан саҡырылған машина асфальттағы ҡанды йыуҙырған.

Үтә ҡыҙғаныс хикәйә сайтта:
https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-02-05/ellek-barmy-ul-3630159

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
18:38 08-04-2026
Переслано:
Продолжаем цикл встреч с нашей молодежью. Сегодня в Геномном центре в Уфе мы собрали более 200 молодых депутатов в возрасте до 35 лет, чтобы обсудить с ними развитие нашей республики и страны. Яркие, амбициозные ребята. Ответил на их вопросы, рассказал о нашей работе, о том, каким вижу наше сотрудничество и что еще мы можем сделать для того, чтобы жизнь в Башкортостане становилась комфортнее.

Эти молодые люди выбрали для себя непростой путь – служение людям. Они представляют разные партии. Но независимо от политических предпочтений, у нас одна Родина и одна, общая судьба. Поэтому и задача в это непростое для страны время одинакова для всех – делать #ВСЁДЛЯПОБЕДЫ. Поддерживать парней на передовой, помогать их семьям здесь, дома. Укреплять тыл, развивать экономику и социальную сферу. Будем вместе над этим работать.
18:00 08-04-2026
⚡️Башығыҙҙы эшләтеп алығыҙ

Кисәге башватҡыстың яуабы: 114. Ә бөгөн ошондай башватҡыс тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
15:15 08-04-2026
⚡️ Еңеүсе команданы билдәлә лә, 1000 һум аҡса от🏆!

✅Бөгөн беҙҙең «Салауат Юлаев» командаһы Ярославль ҡалаһында урындағы «Локомотив» менән Гагарин Кубогы өсөн Континенталь хоккей лигаһы плей-оффының икенсе раундының тәүге уйынында осраша. Матчты беҙҙең ваҡыт буйынса киске сәғәт 21.30-ҙа Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы аша ҡарарға мөмкин.
Хәтерегеҙҙә булһа, хужалар былтыр ярымфиналда-- өфөләрҙе, финалда Силәбенең «Трактор»ын еңеп, төп призды яулағайны. Беҙҙең хоккейсыларҙың былтырғы еңелеү өсөн ҡон ҡайтарыуын теләйек.

✅ Был уйында ҡайһы команда ниндәй иҫәп менән еңер икән?

✍️ Фаразығыҙҙы гәзитебеҙҙең МАХ каналындағы комментарийға яҙып ҡалдырығыҙ:
https://max.ru/yeshlek_gazite

✅ Конкурста ҡатнашыу өсөн «Йәшлек»тең МАХ каналына яҙылыу мотлаҡ:
https://max.ru/yeshlek_gazite
Лайк ❤️ ҡуйырға ла онотмағыҙ.

✅Ҡатнашыусыларҙан фараздарын уйын башланғансы ебәреүҙәрен һорайбыҙ.

✅Бер кешенән бер генә фараз ҡабул ителә.

⛔️ Уйын барышында килгән яуаптар иҫәпкә алынмаясаҡ.

✅ Дөрөҫ иҫәпте фаразлаусылар бер нисә кеше булһа, еңеүсе махсус ҡушымта ярҙамында билдәләнәсәк.

🎁 Приз фонды - 1000 һум!

🏒 Әйҙәгеҙ, «Салауат Юлаев» командаһына еңеү теләп, бәйгегә ихлас ҡушылайыҡ!

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
15:04 08-04-2026
Изменилось закреплённое сообщение чата
14:26 08-04-2026
Гәзитебеҙгә арзаныраҡҡа яҙылып өлгөр!

6 апрелдә «Йәшлек» гәзитенә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу декадаһы башланды!
Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға 16 апрелгә тиклем арзан хаҡҡа -10% ташлама менән яҙылырға мөмкин. Ике ысул менән яҙылырға була:
• Рәсәй Почтаһының бүлексәһендә;
• Рәсәй почтаһы сайтында - онлайн. Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журналды һайларға кәрәк. Шулай уҡ баҫма һәм электрон версияны ла. Һәр ваҡыттағыса, яҙылыусылар араһында файҙалы һәм ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ – «Йәшлек»кә яҙылғандарға - везет! Йыл һайын тиҫтәләгән уҡыусыбыҙ редакцияның, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто Акционерҙар йәмғиәтенең елле-елле бүләктәрен отоп һөйөнә. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡырмағыҙ!

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
11:22 08-04-2026
Ниндәй самолетты хәтерләтә?
Һәүәҫкәрҙең эше

#ЮлайКәримовфотоһы

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
10:51 08-04-2026
Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғында ниндәй медицина үҙәктәре төҙөлдө? Ошо хаҡта карточкаларҙа уҡығыҙ.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
10:29 08-04-2026
Тамаҡ - тамуҡ?
Ниндәй аяныслы үлем...
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-08/batyp-lg-n-4644166

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
08:35 08-04-2026
⚡️Йәш йырсы Baby Ti диктант яҙҙырасаҡ!

Быйыл «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы 17 апрелдә уҙа.👇
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-08/y-sh-yyrsy-baby-ti-diktant-ya-yrasa-4643769

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
08:10 08-04-2026
Рәссам ижады
"Прогулка", Зәлифә Һибәтова

#ЮлайКәримовфотоһы

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
08:06 08-04-2026
Пост удален
07:22 08-04-2026
Синоптиктар көн торошона фараз яһаны.
Бөгөн, 8 апрелдә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, уртаса тиҙлектә. Һауа температураһы +3, +8 градус, аяҙытҡанда -2 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы +8, +13 градус, көньяҡ райондарҙа +18 градус.
Иртәгә, 9 апрелдә, ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүе ихтимал. Төндә һауа температураһы +1, +6 градус, аяҙытҡанда -4 градусҡаса һалҡынайта, көндөҙ +6, +11 градус.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
05:29 08-04-2026
🌿 Көнөгөҙ күтәренке кәйефтә үтһен, дуҫтар! 🌿

🗓 ИҪТӘЛЕКЛЕ КӨНДӘР

• Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө
• Рәсәй анимацияһы көнө
• Халыҡ-ара нейрохирургтар көнө

🌿 Халыҡ һынамыштары

• 8 апрель нисек үтһә, 8 октябрь ҙә шундай булыр.

• Әгәр 8 апрель төнөндә һыуыҡ булһа, яҙ оҙаҡҡа һуҙылып, һалҡын килер.

• Көслө ямғыр яуһа, йәй бәшмәккә бай булыр🌧🍄.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
18:31 07-04-2026
Башығыҙҙы эшләтеп алығыҙ
Кисәге башватҡыстың яуабы: 10. Ә бөгөн ошондай башватҡыс тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
17:07 07-04-2026
Радий Хәбиров үткәргән оперативканың иң мөһиме хаҡында ҡыҫҡаса:


✅Тәгәрмәстең алды ҡайҙа, арты ла шунан. Яҙ етеү менән, 17 мең соҡор иҫәпкә алынған, уларҙың яртыһы ямалған. Әммә ошо арала трассаларҙың тағы ла 60 процентын ҡарап сығаһы бар.

✅Тишеккә – тығын, йыртыҡҡа – ямау... Республика Башлығы киҫәткәс, бер аҙна эсендә 502 хәүефле люкты алмаштырып та ҡуйғандар.

✅Дошманға үс – һуғышсыға көс... Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы етәкселегенә пилотһыҙ осоу аппараты бәрелеп шартлаған өйҙө оҙаҡҡа һуҙмай тәртипкә килтерергә ҡушты.

✅Иренһәң – ауырырһың, тырышһаң – һауығырһың. 13 апрелдән республика райондарына “Сәләмәтлек поездары” ҡуҙғала.

✅Һыу һыуға ҡойор, һыу даръяға ҡойор. Көндәр матур торһа, Өфөлә 25 апрелдән фонтандар эшләй башлаясаҡ.

✅Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер. Муниципалитеттарға ҡала һәм ауылдарҙы, ҡыш касафатынан таҙартып, тәртипкә килтерергә ҡушылды.

✅Белемле кеше күккә ашыр. Башҡортостандың баш ҡалаһында 4,2 мең кешегә иҫәпләнгән кампусты йыл аҙағына төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Студенттар унда киләһе сентябрҙә өй туйлаһа, маҡсатҡа ирештек, тиергә мөмкин.

✅Арыҫлан балаһы арыҫлан булыр. Радий Хәбиров "Сириус"та химия буйынса олимпиадала еңеү яулаған уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

✅Хужалы йортта бәрәкәт бар. Сауҙа министры Азат Асҡаров Мәскәүгә эшкә күсте, министр вазифаһын Константин Климин башҡарасаҡ. Әлегә тиклем ул Беларусь республикаһында Башҡортостан вәкиле булып торҙо.

✅Ил ҡулы тау күсерер. Сергей Кириенко Абхазия менән бәйләнештәрҙе көсәйткән өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
16:45 07-04-2026
Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа яңы балалар поликлиникаһы асылды.

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты: ⏬

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-07/as-ar-a-balalar-poliklinika-y-asyldy-4643169

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
16:32 07-04-2026
Пост удален
12:29 07-04-2026
Переслано:
В селе Аскарово Абзелиловского района открылась новая детская поликлиника. Мы построили её по нацпроекту «Продолжительная и активная жизнь» – взамен старой, давно отжившей свое. 

Поликлиника получилась очень красивой, просторной, комфортной. Здесь есть все необходимое для полноценного обследования, качественной диагностики и лечения ребят, в том числе передвижной УЗИ-аппарат, стоматологическое оборудование и многое другое. А главное, есть врачи, которые любят свою профессию и любят маленьких пациентов. 

Поликлиника в Аскарово – одно из шести медучреждений, которые мы построили в Башкортостане за последнее время. Теперь в ближайших планах – большая поликлиника в селе Иглино.

Благодаря федеральной поддержке продолжаем менять ландшафт сельского здравоохранения в республике. Мы возводим поликлиники, ФАПы, врачебные амбулатории, закупаем новые автомобили, современную технику и оборудование. Это очень важно для улучшения демографической ситуации, для устойчивого развития наших сельских районов. И такую работу мы обязательно будем продолжать.
12:26 07-04-2026
⚡️Һаулығығыҙҙы нисек нығытаһығыҙ, дуҫтар?

Бөгөн, 7 апрелдә, Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнә.
Ә һеҙ, дуҫтар, һаулығығыҙға етерлек иғтибар бүләһегеҙме🤔?
Сәләмәтлегегеҙҙе нисек нығытаһығыҙ🥗?
Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта һөйләшеп алайыҡ әле😊✨! Һаулығығыҙҙы нығытыу серҙәрен комментарийҙа яҙығыҙ.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
11:14 07-04-2026
Бөгөн — Ғәйнислам Ибраһимовтың тыуыуына 58 йыл

Ғалим-тел белгесе, тəржемəсе.
Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты

#ЮлайКәримовфотоһы

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
10:41 07-04-2026
Ҡот осҡос хәл: уҡыусы уҡытыусыны үлтергән!
Бер нисә тапҡыр икенсе йылға ултырып ҡалған үҫмер алдынғы уҡытыусыларҙың береһенә мәктәп алдында һөжүм иткән.
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-07/u-yusy-u-ytyusyny-lterg-n-4642465

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
10:07 07-04-2026
⚡️Ҡыуаныс! Башҡорт милли кейеме төбәгебеҙҙең бренды булып теркәлде

Роспатент «Башҡорт милли кейемдәре» географик күрһәткесен рәсми рәүештә теркәне. Хәҙер Башҡортостанда 11 теркәлгән бренд иҫәпләнә. Был хаҡта Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, яҡташыбыҙ, сенатор Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова хәбәр итә.👇
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-07/yuanys-bash-ort-milli-keyeme-t-b-gebe-e-brendy-bulyp-terk-lde-4642365

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
09:34 07-04-2026
Ә һеҙ күп балалы ғаиләләрҙең артыуын күҙәтәһегеҙме? Һеҙҙең ғаиләлә нисә бала үҫә?

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
07:49 07-04-2026
Ә һеҙ ҡайын һыуын тәмләп ҡаранығыҙмы?

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
07:20 07-04-2026
Бөгөн, 7 апрелдә, төндә ямғыр һәм епшек ҡар, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2...+3 градус, көндөҙ +12...+17 градус.
Шаршамбы, 8 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә термометр бағанаһы -3 күрһәтәсәк...+2°, урыны менән +7°тиклем. Көндөҙ һауа температураһы +15 ...+20 градус.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
06:09 07-04-2026
⚡️Көнөгөҙ уңышлы үтһен, дуҫтар!

🌿ИҪТӘЛЕКЛЕ КӨНДӘР

♦️Рунеттың тыуған көнө. Рәсми булмаған байрам. Ул Рәсәйҙә милли домен .ru барлыҡҡа килеү хөрмәтенә билдәләнә (ул 1994 йылдың 7 апрелендә теркәлгән).

♦️Бөтә донъя сәләмәтлек көнө. 1950 йылдан алып Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) инициативаһы менән билдәләнә.

♦️Һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө.

🌿ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШЫ

☀️Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.

❄️7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
21:59 06-04-2026
... Балаһының әрнеп, үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырыуына әсә кеше түҙмәне, асырға тырышып баҙ ҡапҡасын аҫтан һелкетә башланы. Утын ҡосаҡлап ингән атаһы, уларын юл буйында иҙәнгә быраҡтырып, телефонға йәбеште. Зөһрә һаман да трубкаға ҡысҡырыуын дауам итте, тартҡылаша торғас, телефонды бар көсөнә иҙәнгә бәрҙе. Ҡыйбатлы айфондың экраны селперәмә килде, деталдәре тарҡалып, тирә-яҡҡа сәсрәне. Атай кеше, ырылдап, ҡыҙын этеп ебәрҙе. Ҡыҙыҡай ҡолаған ыңғайы башы менән өҫтәл мөйөшөнә бәрелде, артындағы ултырғыс менән бергә шатыр-шотор барып төштө. Баҙҙан сығып өлгөргән әсә арттан иренә йәбеште. Уныһы бетсә һымаҡ ҡаҙалған ҡатынды диванға атып бәрҙе. Зөһрә һикереп торҙо ла, ҡанҡойоштан ҡурҡып, яланаяҡ, күлдәксән көйө тышҡа атылды.
Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Донъя ла, тормош та шулай күҙ асып йомған арала ҡыйрала икән... Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә бер секундта юҡа сыға икән...

Шок!
https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-03-06/z-r-k-y-hik-y-4602084

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
18:13 06-04-2026
⚡️Башығыҙҙы эшләтеп алығыҙ

Кисәге башватҡыстың яуабы: 35. Ә бөгөн ошондай башватҡыс тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
17:11 06-04-2026
... Туйҙан һуң беҙгә киттек. Икебеҙҙең ҡиәфәткә ҡарап, әсәйемдең шунда уҡ йөҙө йәмерәйҙе. Уның: “Нимә?” – тип әйтеүе булды, буласаҡ ирем, йүнләп айынмаған да килеш, эште боҙоп ташлағанбыҙ, тине. Ҡыҙыу ҡанлы әсәйем әрләп, тәүҙә уны бәргесләп сығарҙы, шунан, исемләп әйтеп, шуныңды йәйеп ятҡас, һинең хәҙер баҙарҙа хаҡың – һуҡыр бер тин, тип мине оҙон һепертке менән ярҙы. Ни эшләйем һуң, тип илағас, сыҡ та аҫылын, тине: “Миңә лә бынан һуң аҫылынырға ғына ҡалды”.

Сайтта:
https://ye102.ru/articles/mahsus/2018-01-28/b-yl-nesht-bulayy-705961

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
11:31 06-04-2026
⚡️Бөрйәндән Айһылыу Хәкимованы ҡотлайбыҙ!

✅«Салауат Юлаев» менән «Автомобилист» уйынын 9 кеше дөрөҫ фаразлағайны. Рандомус ҡушымтаһы ярҙамында кем еңеүсе булғанын билдәләнек.
Бындай бәхет Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Айһылыу Хәкимоваға йылмайҙы.
Уға 1000 һум аҡса күсереләсәк, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ👏👏👏.
✅Уйында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.
Алдағы көндәрҙә лә беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, уйындар, отоштар тағы ла буласаҡ әле.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
11:27 06-04-2026
Гәзитебеҙгә арзаныраҡҡа яҙылып өлгөр!

Бөгөн, 6 апрелдә «Йәшлек» гәзитенә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу декадаһы башланды! Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға 16 апрелгә тиклем арзан хаҡҡа -10% ташлама менән яҙылырға мөмкин. Ике ысул менән яҙылырға була:
• Рәсәй Почтаһының бүлексәһендә;
• Рәсәй почтаһы сайтында - онлайн. Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журналды һайларға кәрәк. Шулай уҡ баҫма һәм электрон версияны ла. Һәр ваҡыттағыса, яҙылыусылар араһында файҙалы һәм ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ – «Йәшлек»кә яҙылғандарға - везет! Йыл һайын тиҫтәләгән уҡыусыбыҙ редакцияның, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто Акционерҙар йәмғиәтенең елле-елле бүләктәрен отоп һөйөнә. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡырмағыҙ!

https://ye102.ru/news/pd/2026-04-06/g-zitebe-g-ar-anyra-a-ya-ylyp-lg-r-4640822

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
10:36 06-04-2026
Апрель, апрель...
Ярһып-ҡайнап, боҙҙар аҡҡан яҙ айы!
Апрель, апрель...
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡан яҙ айы!
Апрель, апрель...
Ләйсән ямғыр тәүгә яуған яҙ айы!
Апрель, апрель...
Йән-тәндәрҙе иркәләгән наҙ айы!

#ЮлайКәримовфотоһы

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
10:35 06-04-2026
Пост удален
10:34 06-04-2026
Пост удален
09:31 06-04-2026
Торналар бейеүе. Ейәнсура районында төшөрөлгән видеояҙма 😍

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
07:53 06-04-2026
Апрелдә Башҡортостанда көн торошо үҙенсәлекле буласаҡ
Апрелдең икенсе аҙнаһында көндәр ҡапыл һыуытасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы синоптиктары иҫәпләүҙәре нигеҙендә «Росгидромет» хәбәр итә.
Дүшәмбелә, 6 апрелдә, синоптиктар, ямғыр, төнгө һауа температура +5°C һәм көндөҙгө температура +16°C тиклем күтәреләсәк, тип фаразлай.
Шишәмбе һәм шаршамбы йылы буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ 19 градусҡв тиклем йылынасаҡ. Кесе йоманан, 9 апрелдән, көн торошо үҙгәрә башлай: ямғыр яуа, көндөҙ һауа температураһы +13 градус ҡына була. Йома төнөндә һауа температураһы -1 градусҡа тиклем төшә һәм көндөҙ 0 градустан күтәрелмәй. Шәмбелә яуым-төшөм туҡтаясаҡ, әммә көндөҙгө +9 градустан артмаясаҡ.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
07:45 06-04-2026
Хеҙмәт дәресендә

#ЮлайКәримовфотоһы

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
06:22 06-04-2026
🌿 Аҙнағыҙ уңышлы башланһын, дуҫтар🌿!

🗓 ИҪТӘЛЕКЛЕ КӨНДӘР

• Халыҡ-ара спорттың үҫеш һәм тыныслыҡ көнө 🏅
• Рәсәй Эске эштәр министрлығының тәфтиш органы хеҙмәткәрҙәре көнө 👮‍♂️
• Бөтә донъя йәнһүрәттәр көнө 🎬

🌿 ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШТАРЫ

• 6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға 🌸, ҡыҙылтүш һайраһа – һыуыҡҡа ❄️.
🌿 6 апрелдә торна ҡысҡырһа – йыл уңышлы килә 🕊️✨.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
21:00 05-04-2026
Уй, Алла... 19 йәшлек студент ҡыҙҙы уҡыуҙан ҡайтып барғанында урлап алып киткәндәр.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-05/y-y-urla-andar-4639836

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
19:09 05-04-2026
🌳Ҡайын һыуы эстегеҙме әле?

✅Ҡайын һыуы – бик файҙалы тәбиғи эсемлек 🌿, уны яҙын мотлаҡ эсеп ҡалырға кәрәк 😊. Уның составында эфир майҙары, витаминдар һәм төрлө органик кислоталар бар 💧. Даими рәүештә эскәндә, ул организмды нығыта 💪, авитаминоздан һәм хәлһеҙлектән ҡотолорға ярҙам итә 🌸. Ҡайын һыуы матдәләр алмашыныуын яйға һала һәм ашҡаҙанға ла ыңғай тәьҫир итә.
✅Шулай уҡ ул төрлө ауырыуҙарҙы дауалауға булышлыҡ итә һәм ҡанды таҙарта️. Бынан тыш, тире һәм сәстәр өсөн дә файҙалы ✨, уларҙы таҙарта һәм нығыта 💫.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
18:00 05-04-2026
Уйлап алайыҡ әле

Кисәге башватҡыстың яуабы: 56. Ә бөгөн ошондай башватҡыс тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
14:42 05-04-2026
Эскән кешегә бер ни ҙә булмай, тигәндәре әллә дөрөҫ инде. Ә ҡыҙ сая!
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-05/baly-sy-yat-an-bo-t-nd-4639689

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
12:43 05-04-2026
Табырға ярҙам итегеҙ!
Мәләүез районында 48 йәшлек Гөлшат Рәфҡәт ҡыҙы Яппарова юғалған. 31 марттан бирле уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.

Башҡалар тураһында мәғлүмәт сайтта: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-05/tabyr-a-yar-am-itege-4639634

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
11:07 05-04-2026
Переслано:
В первое воскресенье апреля профессиональный праздник отмечают геологи. И сегодня в рубрике #ЖЗЛ_Башкортостан расскажу о Ларисе Николаевне Белан. Именно благодаря её инициативе и упорству геологическое наследие нашей республики стало известно всему миру: Башкортостан первым в России вошёл в Глобальную сеть геопарков ЮНЕСКО.
 
Лариса Белан родилась в селе Учалы. Стать геологом твёрдо решила еще в школе, когда мама принесла книгу Александра Ферсмана «Занимательная минералогия», а в районном центре туризма открылся кружок «Юный геолог».
 
Эта мечта привела Ларису Николаевну на географический факультет БашГУ (ныне – УУНиТ), где во время полевых учебных практик она изучала уникальную геологию нашего края, Ильменского заповедника, ландшафты Германии. С турклубом ходила в летние горные походы на Кавказ, Памир и Тянь-Шань. Уже будучи преподавателем, она передавала эту страсть к открытиям студентам, расширяя географию практик до Крыма, Алтая и даже Испании.
 
Сегодня доктор геолого-минералогических наук Лариса Белан руководит международным научно-образовательным центром «Кафедра ЮНЕСКО «Геопарки и территории устойчивого развития» УУНиТ. Она – член нашего Общественного Совета по вопросам экологической безопасности и сохранению природного наследия, научный руководитель номинации глобального геопарка ЮНЕСКО «Янган-тау», номинационного досье для присвоения башкирским шиханам статуса «Природное наследие ЮНЕСКО». Благодаря её работе в Институте природы и человека создан уникальный геологический музей с богатейшей коллекцией.
 
Благодарю Ларису Николаевну за вклад в развитие науки и сохранение природного достояния нашей республики. Поздравляю ее и всех геологов Башкортостана с праздником. Всем мира и добра!
06:32 05-04-2026
🌿 ИҪТӘЛЕКЛЕ КӨНДӘР

🪨 Геологтар көнө
👶 Неонатологтар көнө
🍲 Халыҡ-ара аш көнө

🌿 Халыҡ һынамышы

🌳5 апрелдә ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы килер.

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була
06:27 05-04-2026
Пост удален
06:17 05-04-2026
Йондоҙнамә (6 –12 апрель)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор тыныс булырға оҡшай. Шишәмбелә күптән күңелегеҙҙе өйкәгән мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ. Уны сисеүе алдан уйлағандан күпкә еңелерәк булыр. Кесе йомала өмөтлө осрашыу көтөгөҙ.

Сайтта ⏬
https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-04-05/yondo-nam-6-12-aprel-4635499

Беҙҙе МАХ, ВК һәм ОК - ла уҡып була