Логотип

ГБОУ БРГИ №1 имени Рами Гарипова

Подписчики
561
За 24 часа
+5
06:15 15-01-2026
Яңы тыуған ат йылы ла юбилей тантаналарына бай булмаҡсы! Бөгөн бай тәжрибәле, ихлас күңелле, коллегалары, уҡыусылары араһында ихтирам, абруй яулаған өлкән тәрбиәселәребеҙҙең береһе Бахтигареева Фәнүрә Абдулғази ҡыҙының күркәм юбилейы! Ошо айҡанлы уны ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә шатлығы, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ! Фәннүрә Абдулғази ҡыҙы ғүмерен балаларға бағышлаған педагог. Халҡына, иленә, теленә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүсе кеше, балаларҙы яратып эшләүсе тәрбиәсе. Уҡыусыларының ыңғай яҡтарын, һәләттәрен асыуға, уларҙы үҫтереүгә күп көс һала Фәннүрә Абдулғази ҡыҙы. Тыныс ҡарашы, талғын хәрәкәттәре, бар булмышы менән һәр уҡыусыға теләктәрен тормошҡа ашырырға, үҙ юлын табырға , тәрбиәле, белемле булып үҫергә ярҙам итә. Тәрбиәсе кешегә табип та, актриса ла, психолог та, дуҫ та, серҙәш тә булырға тура килә, быларҙың барыһын да ул бик яҡшы аңлай һәм ихлас башҡара. Шуға ла уны тәрбиәләнеүселәре сикһеҙ ярата һәм хөрмәт итә! Юбилейығыҙ ҡотло булһын!
06:14 15-01-2026
Бөгөн гимназиябыҙҙың хөрмәтле уҡытыусыларының береһе, математик, лирик күңелле кешенең, шағирә булып танылған Тотманова Сәкинә Хөрмәт ҡыҙының матур юбилейы. Ихлас күңелле, үҙ предметын яратып эшләгән Сәкинә Хөрмәт ҡыҙын бөтәһе лә хөрмәт итәләр, уға айырыуса бер ихтирам менән ҡарайҙар, сөнки ул бар ерҙә лә өлгөрә: өлгөлө дәрестәр күрһәтһенме,машина йөрөтһенме, баҡса үҫтерһенме, хужалыҡ алып барһынмы- һәр ерҙә лә математиктарса тигеҙ, дөрөҫ һәм асыҡ! Ул һөнәр эйәһе генә түгел, бәлки уҡыусыларын белемгә, әҙәп-ахлаҡҡа, яңы үрҙәргә әйҙәүсе, заман менән бергә атлаусы уҡытыусы. Бар күңелен биреп, көс түгеп эшләү уның йәшәү рәүеше лә! Уҡыусылары өсөн һәр саҡ үрнәк ул, үҙ өҫтөндә эшләй, технологияларҙан,заман талаптарынан артта ҡалмай. Яуаплы ла, ауыр ҙа, кәрәкле лә эш башҡарғанын йөрәге, күңеле менән тоя белә. Юбилей айҡанлы уға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр, күңел тыныслығы, моңло шиғырҙар,ғаилә именлеге теләйбеҙ! Дәртләнеп,йәштәргә өлгө күрһәтеп эшләргә яҙһын!
09:51 14-01-2026
12-13 ғинуар гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада үтте. Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 400-ләгән бала ҡатнашҡан был сарала беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа һынатманы һәм бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 11Б класы уҡыусылары Кәримова Илүзә һәм Рәхмәтуллина Гөлсирә - призёр ( уҡытыусылары - Кайбышева А. Х.),
10 А класы уҡыусылары Ибәтуллин Асҡар һәм Солтанғужин Вилдан - призёр(уҡытыусылары - Кайбышева А. Х.),
9 Б класы уҡыусыһы Ғәҙелшин Илгизәр призер( уҡытыусыһы - Әминева Л. И.) булды, ә 9 А класы уҡыусыһы Хөсәйенова Вилиә( уҡытыусыһы - Шөғәйепова Л. Х.) "Аҡбуҙат" журналының махсус призы менән бүләкләнде.
Уҡыусылар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!
#беренселәр
#брги
#БРГИ1имениРамиГарипова