Логотип

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

Подписчики
4590
За 24 часа
+989
13:09 17-04-2026
📝 БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ла башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо.

💚 Сарала З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының студенттары Назар Нәжми әҫәрҙәре буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтте.

Рәмилә Мусина фотолары.
11:44 17-04-2026
Сибай педагогия колледжында ла бөгөн диктант яҙалар. Уҡытыусылар, студенттар менән берлектә махсус хәрби операция ветерандары ла диктант яҙыуҙа ҡатнаша.
Шуларҙың береһе - Илгиз Асҡаров. Илгиз аяғы яраланып, айҙар буйы госпиталдә ятып, әле протез ҡуйҙыртҡан
-Текст ауыр булманы, Мөнир Ҡунафиндың МХО темаһына бәйле әҫәренән алынған. Яу мәлдәре, һәләк булған иптәштәрем иҫкә төштө, күңелем бер аҙ болоҡһоноп та алды, - ти яугир.
Ҡаланың башҡа майҙансыҡтарында ла диктант яҙыуҙа күптәр ҡатнашты.
Гөлнара Шакирова фотоһы
11:29 17-04-2026
✅Мәләүез районы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Алексей Горев башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ҡатнашты. “Мин – Яңауыл башҡорто, төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшәм. Әсәйем Фәсилә Шәфинур ҡыҙы башҡорт теленә һөйөү тыуҙырҙы. “Улым, бер ҡасан да телеңде онотма, балаларың да үҙ телен белеп үҫһен, ти торғайны нәнәйем дә. Шөкөр, балаларым менән башҡортса аралашам, тормош иптәшем Ләйсән Фирҙәүес ҡыҙы бөгөн Нефтекама ҡалаһында башҡорт гимназияһында үҙ белемен һынаны”, - ти Алексей Иванович.
09:15 17-04-2026
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды👍👍👍 ✍✍✍Өфө вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә урынлашҡан майҙансыҡҡа зыялылар, юғары мәктәп вәкилдәре, студенттар күпләп йыйылды. Өфөлә булдырылған иң ҙур майҙансыҡтар Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының Геном үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты (3 майҙансыҡ), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (2 майҙансыҡ), БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (2 майҙансыҡ), Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты (2 майҙансыҡ), БР Милли китапханаһы (1 майҙансыҡ), Милли музей (1 майҙансыҡ), Тура хан күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә (2 майҙансыҡ) урынлашҡан.
💥💥💥“Башҡортостан” гәзите журналистары ла бер нисә майҙансыҡта диктант яҙа, бер үк ваҡытта был мөһим һәм әһәмиәтле сараны яҡтырта.
08:33 17-04-2026
🙏🙏🙏Өфө тимер юл вокзалында мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтар артты. Унда махсус саралар ғәмәлгә индерелде һәм оҙатып барыу хеҙмәтенең эше ойошторолдо.
👍Заманса вокзал пандустар, лифтар, ауыш күтәргестәр, тактиль һыҙаттар, тәҙрәләре түбән урынлашҡан кассалар һәм терминалдар менән йыһазландырылды.
Халыҡ программаһына ярашлы, Өфө тимер юл вокзалына барып, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтарҙы баһаланыҡ.
08:16 17-04-2026
👍Алдаҡсыларға ярҙам иткәндәрҙе төрмә көтә
Телефон аша алдаҡсыларға аҡса күсертергә һәм ҡулаҡсаға әйләндерергә ярҙам иткән әҙәмдәр өсөн енәйәт яуаплылығы тураһындағы закон проекты ҡабул ителде. Әйтергә кәрәк, был эш «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Проектта банк картаһын мутлашыусыларға биргән өсөн
💥өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү
💥енәйәт схемаһын ойошторған өсөн 1 миллион һумға тиклем штраф менән алты йылға иректән мәхрүм итеү ҡарала.
Партия шулай уҡ алдаҡсыларҙы табыу өсөн интернетта мәғлүмәттәрҙе һаҡлау ваҡытын оҙайтыуға өлгәште.
05:34 17-04-2026
☀️ Хәйерле иртә!

💃 Милли кейем көнө менән!

🎶 Һеҙҙең өсөн милли рухлы Зилә Лира йырлай.

✅ Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.
20:30 16-04-2026
Тыуған яҡтарынан йыраҡта йәшәгән Көйөргәҙҽ районы һылыуы Гөлназ Йосопова ла башҡорт тҽлҽнән диктант яҙырға ниәтләгән. Мәрйәм, Дауыт, Искәндәр исҽмлҽ балаларын да рухлы итҽп, башҡорт тҽлҽнә һөйөү һҽңдҽрҽп тәрбиәләй Йосоповтар.👍 Афарин, яҡташ һылыуҡай!👋
19:51 16-04-2026
Изгелек эстафетаһы дауам итһен!
“Юлдаш” радиоһы “Журналист-ирекмәндәр” төркөмө ҡыҙҙары Туймазы, Хәйбулла, Ҡырмыҫҡалы райондарынан МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарына 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу бүләк итте һәм ошо эстафетаны үҙҙәре кеүек үк ирекмәндәр төркөмөнә һәм билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, депутаттар – Рөстәм Ишмөхәмәтов, Тамара Танһыҡҡужина, Шамил Вәлиев, Илшат Тажетдинов һәм Айбулат Хажинға тапшырҙы. Изгелек нурының күсешен күҙәтә барырбыҙ. Ҡайһы яҡтарға барып сығыр ҙа кемдәрҙе битараф ҡалдырмаҫ икән? Улар хаҡында ла һөйләрбеҙ.
Алдан яҙыуыбыҙса, был төркөм ағзаларының барыһының да яҙмышы махсус хәрби операция менән туранан-тура бәйле. Ҡыҙҙар Ошо изге ғәмәлдәре өсөн еҙмәттәштәребеҙ Зөһрә Арсаева, Динара Сафина, Гөлшат Имелбава, Лилиә Фазулова, Сәриә Рамазановаға ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ һәм алдағы эштәрендә тик уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
19:10 16-04-2026
🙏107 йәшендә лә зиһене яҡшы, кроссвордтарҙы еңел сисә

🎁 Өфөлә педагогик хеҙмәт ветераны Лидия Бажанованы 107 йәше менән ҡотланылар.
18:34 16-04-2026
✍️ Дүрт баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на инде

16 апрелдә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Сифатлы матбуғат. Яңы ысынбарлыҡта тормош” эшлекле форумда “Рәсәй матбуғатының алтын фонды-2026” проект еңеүселәрен тәбрикләү сараһы үтте.

Конкурста илебеҙҙең гәзит һәм журналдар сығарыусы 60 ойошмаһы ҡатнашты. Жюри баһалауы һөҙөмтәләренә ярашлы, уларҙың яртыһы 1-се дәрәжә отличие билдәһенә лайыҡ булды. Был иһә баҫма сараларҙың юғары сифаты тураһында һөйләй.

✨Башҡортостандан еңеүселәр рәтендә “Аҡбуҙат” балалар республика журналы, “Путь Октября”, “Зианчуринские зори”, “Альшеевские вести” район һәм ҡала баҫмалары аталды.

📝Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығының ваҡытлы матбуғат һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы Департаментының директор урынбаҫары Светлана Дзюбинская әйтеүенсә, отличие билдәһе менән уҡыусыларын сифатлы контент, дизайн менән йәлеп иткән, дөрөҫ мәғлүмәт биргән, социаль селтәрҙә танылған майҙансыҡтар биләгән гәзит-журналдар наградлана.

Марсель Байдәүләтов.

Автор фотоһы.
18:15 16-04-2026
✍️“Сәләмәтлек диктанты”н яҙырға онотмағыҙ

13 – 24 апрелдә “Сәләмәтлек диктанты” – “Сәләмәт йылмайыу һәм таҙа ҡулдар” Бөтә Рәсәй акцияһының беренсе этабы үткәрелә.

Был сараның темаһы – ауыҙ ҡыуышлығын һәм ҡулдарҙы йыуыу. Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай ғына кеүек, әммә кариес һәм йоғошло сирҙәр статистикаһы был ғәмәлде күптәрҙең дөрөҫ атҡармауы тураһында һөйләй.

Ҡайһы ваҡытта ҡул йыуырға? Ниңә тешен көнөнә ике тапҡыр таҙартҡандарҙың да теше һыҙлай? Сарала ҡатнашыусылар диктант яҙып ҡына ҡалмай, белгестәрҙең аңлатмаһын да күрәсәк.

диктант-санпросвет.рф. онлайн сайтында диктантты яҙырға була. Уны үткәндән һуң электрон сертификат алырға мөмкин. Акцияла төрлө йәштәгеләр ҡатнаша.

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!
16:41 16-04-2026
📝❓Башҡорт телендәге диктант өсөн текстарҙы нисек әҙерләйҙәр?

❓Диктантты ҡайҙа яҙырға мөмкин?

❓Быйыл кемдәр уҡый?

Был һорауҙарға яуапты түбәндәге карточкаларҙа уҡығыҙ.
15:24 16-04-2026
⚾ Әхәт Мортазинды иҫкә алдылар
Өфөләге «Динамо» спорт комплексында Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә волейбол уйындары уҙҙы. Турнирҙа радио, телевидение хәбәрселәре һәм баҫма мәғлүмәт саралары вәкилдәре, "йондоҙҙар" үҙ-ара көс һынашты.
📍️Турнирҙы Башҡортостан Журналистар союзы, «Рәсәй-Башҡортостан» һәм «Башҡортостан» телерадиокомпаниялары, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторҙо.
👏 Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын — «Йондоҙҙар» командаһы;
2-се урын — «Аҡ йорт» командаһы;
3-сө урын — "БЮТ" командаһы;
4-се урын — республика баҫма матбуғат саралары командаһы;
5-се урын — «Радио» командаһы. ✅Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
13:59 16-04-2026
Переслано:
Из Уфы в Донецкую Народную Республику отправили 10 лошадей. Сделали это по просьбе военнослужащих из Башкортостана. Выносливые, трудолюбивые лошадки будут помогать патрулировать территорию. 

Для этой ответственной и непростой работы реготделение партии «Единая Россия», администрации Баймакского, Иглинского, Миякинского районов совместно с нашим НИИ по изучению лошадей башкирской породы «Башҡорт аты» отобрали самых сильных особей. У каждой есть вся необходимая амуниция.

Башкирская лошадь всегда была надежным боевым товарищем для наших земляков. Остается таковым и теперь. В добрый путь!
13:59 16-04-2026
10 ат оҙатылды. Имен йөрөһөндәр.
13:54 16-04-2026
⚡ Өлгөрөп ҡалығыҙ: бөгөн һуңғы ташламалы көн!
Ҡәҙерле дуҫтар, 6 апрелдән 16-на тиклем матбуғатҡа ташламалы хаҡ менән яҙылыу буйынса ун көнлөк үтә.
❗️Был осорҙа яҙылыу хаҡтары арзаныраҡ, һәр квитанция бүләк отошта ҡатнаша.
✅"Башҡортостан" гәзитенә яҙылыу был осорҙа "Йома" һанына (индексы - П3030) -1001,76 һум, аҙнаһына ике тапҡыр килгәне (П2729) - 1894,94 һум тора. Шуға өҫтәп, почтала хаҡлы ялдағылар өсөн дә ташлама ҡаралған.
❗️Өлгөрөп ҡалығыҙ! Иртәгә хаҡтар артасаҡ.
12:29 16-04-2026
Өҫтәмә ярҙам сараһы булдырылды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. ‎
📍Бойороҡҡа ярашлы, шифахана-курорттарҙа дауаланыу хоҡуғы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең билдәле бер категорияларына – республиканың хәрби журналистика ветерандарына бирелә. ‎
‎❗️Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостанда республика етәксеһе башланғысы менән илдә тәүге хәрби хәбәрселәр тураһында закон әҙерләнде һәм ҡабул ителде. Ул хәрби журналист, хәрби журналистика ветераны статусын, шулай уҡ дәүләт ярҙамы сараларын билдәләй.
✅Фото: Азат Саҙрыевтың шәхси архивынан.
11:11 16-04-2026
💥 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙасаҡбыҙ
«Башҡорт теленән диктант-2026» халыҡ-ара мәғариф акцияһы үҙенең географияһын киңәйтеүен дауам итә. Быйыл акцияға 615 офлайн-майҙансыҡ ҡушылды, ә ҡатнашыусылар өсөн дөйөм урындар һаны 31 400-ҙән ашып китте.
❗️Акция 2026 йылдың 17 апрелендә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үтәсәк. Теләгән һәр кем, йәшенә, белем кимәленә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан, ҡатнаша ала.
📍️Майҙансыҡтарҙың төп өлөшө – 613-ө Рәсәйҙә урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта акция халыҡ-ара кимәлгә лә сыға: диктантты Румынияла һәм Үзбәкстанда ла яҙасаҡтар.
📍Төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы алдынғы урында – барлығы 558 майҙансыҡ эшләйәсәк.
Шулай уҡ әүҙем ҡатнашалар:
✅Силәбе өлкәһе – 21 майҙансыҡ
✅Ырымбур өлкәһе – 7 майҙансыҡ
✅Ҡурған өлкәһе – 2 майҙансыҡ
✅Свердловск өлкәһе – 2 майҙансыҡ
✅һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре
❗️Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант өс кимәлдә үткәрелә:
башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр – 418 майҙансыҡ
башҡорт телендә иркен аралашыусылар – 163 майҙансыҡ
башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар – 34 майҙансыҡ
📍Башҡортостандың баш ҡалаһында диктант ғәҙәттәгесә ҡаланың ҙур мәғариф һәм мәҙәни майҙансыҡтарында үтәсәк, улар араһында:
✅Башҡорт дәүләт педагогия университеты,
✅Өфө фән һәм технологиялар университеты
✅"Торахан" тарихи-мәҙәни комплексы
✅Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты
📍Офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн уңайлы майҙансыҡ һайларға һәм акцияның рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. Майҙансыҡтарҙың тулы исемлеге, шулай уҡ диктант үткәреү урындары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт рәсми сайтта урынлаштырылған : https://bashdictant.ru/
📎 Гөлдәр Яҡшығолова фотоһы.
11:02 16-04-2026
Переслано:
Все ученики выпускных 9-х и 11-х классов уже определились, где учиться дальше? Если нет, в эту субботу будет еще одна хорошая возможность это сделать.

18 апреля все 90 колледжей нашей республики откроют свои двери для будущих студентов. Это ежегодное мероприятие мы проводим по проекту «Профессионалитет» нацпроекта «Молодежь и дети». 

Школьникам и их родителям расскажут об образовательных программах, востребованных профессиях. К участию мы приглашаем и ведущие предприятия республики – потенциальных работодателей. Важно, чтобы ребята видели, что учеба в колледжах по-настоящему открывает хорошие перспективы.

Мы продолжаем совершенствовать систему профессионального образования, делать ее все более привлекательной для молодежи. Это действительно крепкий фундамент для развития экономики и социальной сферы Башкортостана. Про это тоже будем говорить в рамках Дня открытых дверей. Не сомневайтесь, приходите.
09:23 16-04-2026
✨ Әхәт Мортазин иҫтәлегенә турнир ҡыҙа
Башҡортостан дикторы үҙе лә спорт яратты. Хәҙер коллегалары йыл да уның иҫтәлегенә волейбол турниры ойоштора.
📍Бөгөнгө ярышта "Радио", "Телевидение", "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто", "Йондоҙҙар" һәм "Аҡ йорт" командалары ҡатнаша.
❓Кем еңер?
✅Ярыштың трансляцияһын ошонда ҡарағыҙ: https://vk.ru/wall-4647320_726864
09:06 16-04-2026
🥎 Журналистар көс һынаша
Өфөләге "Динамо" спорт комплексында Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә волейбол уйыны башланды. Турнирҙа радио, телевидение хәбәрселәре һәм баҫма мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙ-ара көс һынаша.
📅 Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бындай сәмле спорт уйыны традицияға әйләнде, ул йыл да апрелдә уҙғарыла. Әйткәндәй, тыумышы менән Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан булған Әхәт Мортазин волейбол командаһының алмаштырғыһыҙ капитаны булды.
❓Кем көслөрәк һәм етеҙерәк булыр? Сос команда тиҙҙән асыҡланыр.
08:16 16-04-2026
🍀🌸💐🍃Күмҽртау ҡалаһындағы, шулай уҡ Көйөргәҙҽ районындағы Шотт паркы - халыҡтың яратҡан ял итҽү урыны
08:07 16-04-2026
🔥 Урмандарҙы уттан һаҡлағыҙ!
8 апрелдән Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе осоро асылды.
❌Был осорҙа урмандарҙа ут яғыу, быҫҡыған шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, быяла һәм шешә ҡалдырыу; урмандарҙа һәм баҫыуҙарҙа үлән яндырыу, урман әҙерләүселәргә ҡырҡынды ҡалдыҡтарын яндырыу ҡәтғи тыйыла.
❗Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтар ҡаралған:
· граждандар өсөн — 60 мең һумға тиклем;
· вазифалы кешеләр өсөн — 110 мең һумға тиклем;
· ойошмалар өсөн — 2 миллион һумға тиклем.
☎ Урман янғынын күреп ҡалһағыҙ, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ:
· Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте: 8 (347) 218-14-14;
· урман һаҡлауҙың берҙәм номеры: 8 800 100 94 0.
✅ Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында түбәндәге эштәр
башҡарыла:
— республиканың янғын хәүефе иң юғары булған райондарында «Урман һаҡсыһы» (Лесохранитель) системаһының 22 видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырылған, ағымдағы йылда тағы 35 камера һатып алыу планлаштырыла;
— «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә 700-ҙән ашыу заманса урман янғынын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һатып алынды;
— дәүләт урман инспекторҙары өсөн 500-ҙән ашыу урман патруль техникаһы һәм ҡорамал һатып алынды;
— алдынғы технологиялар әүҙем индерелә: урмансылар ҡарамағында 31 пилотһыҙ осоу аппараты бар.
07:58 16-04-2026
💥 Пилотһыҙ системалар ғәскәре - Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элитаһы Кем БПЛА операторы була ала? Бының өсөн нимә эшләргә? Карточкаларҙы ҡарағыҙ 👆
05:37 16-04-2026
👋 Хәйерле иртә!

☀️ Бөгөн көн шундай аяҙ, ҡояш нурҙарын йәлләмәйсә өләшә. Эйе, донъя матур, унда йәшәүҙәре - Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк. Ҡәҙерҙәрен генә беләйек!

🎶 Ошо хаҡта һеҙҙең өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет йырлай.

✅ Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.
19:05 15-04-2026
Ғаиләһе уны аңлай һәм көтә🙏Герой яҡташтарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Кесе сержант, Алексей Сухоруков исемендәге реактив артиллерия батареяһында зарядлау ҡоролмаһының өлкән водителе “Сапог” махсус хәрби операция биләмәһендә 2024 йылдан. Ошо ваҡыт эсендә II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы, генерал Шайморатов миҙалы һәм ЛХР-ҙың "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
Уның машинаһында антидрон япмаһы бар. Ул ысынлап та ғүмерҙәрҙе ҡотҡара: пилотһыҙ аппараттар техникаға тиклем етмәй. Атыу махсус пульт аша башҡарыла. Бер пакетта – 40 заряд. Дошман техникаһын юҡ итеү буйынса һуңғы хәрби заданиела батарея ике тура тейеүгә өлгәшә.
Хәрби техника артында ябай кешеләр тора. Яугирҙәр бик ҡәҙерләп торған батарея командиры, “Сапог”ҡа тыуған Башҡортостанына ялға ҡайтыр өсөн махсус рәүештә өлкән улының туйына тура килтереп көндәр һайлаша. Ә командир үҙе яраланғас, бөтә батарея уның ҡайтыуын көтә һәм көтөп ала.
Өйҙә яугирҙе ҡатыны һәм ғаиләһе көтә. Улар барыһын да аңлап ҡабул итә. Ул үҙе лә ябай ғына итеп: кемгәлер һуғышырға кәрәк, ти һәм Тыуған иле алдында бурысын үтәй.👍👍👍
18:54 15-04-2026
🌀Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

МЧС мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың көньяҡ -көнбайышы тарафында көслө ел сығыуы, һауа температураһының - 7 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал.

🌥️ Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала яуым-төшөмһөҙ, үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, көньяҡ -көнсығыш тарафта 15-20 метрға етә. Һауа температураһы төндә +3...-2, төньяҡ -көнсығыш тарафта -7 градусҡа етеүе ихтимал, көндөҙ +9...+14 градус.

💢 МЧС көслө дауыл ваҡытында хәүефһеҙлек саралары тураһында
иҫкәртә:
📌реклама таҡталары, юл билдәләре, электр бағаналарынан йырағыраҡ китегеҙ. Автомобилдәрҙе лә улар янына ҡуймағыҙ.

📌Шулай уҡ көслө елдән өй мөйөштәрендә ышыҡланмағыҙ, ҡыйыҡ ябыуҙары килеп төшөүе ихтимал.
16:22 15-04-2026
⭐ Батырҙарыбыҙға - тере һәйкәл

Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы башланды.

🌲Урман хужалығы министрлығы дөйөм майҙаны 600 гектар булған 208 урман участкаһы әҙерләгән.

Акцияға ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙары хөрмәтенә 2 миллион төп ағас ултыртыу планлаштырыла.

🌏 Интерактив картала үҙегеҙгә уңайлы урынды һайлағыҙ һәм сад-памяти.рф рәсми сайтында теркәлегеҙ.

🙌🏻 Ағастар киләсәк быуынға геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерләтеп торор.
14:56 15-04-2026
💯 Беҙҙең “Ағиҙел” хоккей командаһы Рәсәй чемпионы исемен яуланы!

👏 Өфөнөң “Ағиҙел” командаһы финалда Мәскәү өлкәһенән “Торнадо”ны еңеп, алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы.

👍 Воскресенскиҙағы матч Өфө командаһы файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды!

📌 Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Рөстәм Хәбибов Башҡортостан Республикаһы
Башлығы Радий Хәбиров исеменән команданы һәм команданың баш тренеры Валерий Дәүләтшинды еңеү менән ҡотланы һәм Рәсәй Хоккей федерацияһының генераль директоры Дмитрий Курбатов менән берлектә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының абруйлы Кубогын тапшырҙы!

💥 Шулай итеп, 15 йыл эсендә Өфөнөң “Ағиҙел” командаһы ете тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, ә бөгөн алтынсы тапҡыр
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы.

💫 “Ағиҙел” командаһының уңышы – Башҡортостан спортының сираттағы ҙур еңеүе!

Фото һәм видеояҙма: Рөстәм Хәбибовтың социаль селтәрҙәге
сәхифәһенән.
14:20 15-04-2026
Ленинград хәрби округы йыр һәм бейеү ансамбленең 1-се фронт ижади бригадаһы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенең «Музыкаль сәнғәт» номинацияһында премия лауреаты булып танылды! Бригада составында хеҙмәт итеүсе ир-егеттәргә, шул иҫәптән яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Күсей ауылы егете, Сибай концерт-театр берекмәһе вокалисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфир Вафир улы Замановҡа, Рәсәй Оборона министрлығының премияһы тапшырылды.
Ҡотлайбыҙ!
13:48 15-04-2026
💚 Хоккейсылар көйәрмәндәр янына сыҡты

Кисә "Салауат Юлаев" рәттән дүртенсе тапҡыр еңелеп, плей-офф уйындарынан төшөп ҡалды. Матчтан һуң көйәрмәндәр секторы таралышманы. Һәм яратҡан хоккейсыларын көтөп алды - улар һәм тренерҙар аренаға сыҡты, көйәрмәндәр менән аралашты һәм боҙ майҙансыҡта күмәк фотоға төштөләр.
✨ Миҙгел өсөн рәхмәт, юлаевсылар!

✅Видео: ХКСЮ.
13:36 15-04-2026
Переслано:
Режим беспилотной опасности снят!

При обнаружении БПЛА и его частей придерживайся следующих правил:

✔️ ничего не трогай;
✔️ сообщи о находке по телефону 112;
✔️ отойди на безопасное расстояние и не трать время на съемку видео.

МЧС Башкортостан в МАХ | ВК
МЧС России в MAX | ВК
12:51 15-04-2026
Переслано:
К сожалению, в результате атаки БПЛА на промзону Стерлитамака погиб водитель ведомственной пожарной охраны одного из предприятий. Приношу соболезнования его родным и близким. Обязательно окажем семье всю необходимую помощь.
11:58 15-04-2026
Переслано:
В республике проходит XXV Всероссийский съезд уполномоченных по правам ребенка в субъектах Российской Федерации. Коллеги приехали в Уфу, чтобы обменяться опытом и лучшими практиками. 

С большой теплотой всегда принимаем в Башкортостане Марию Львову-Белову, Уполномоченного при Президенте России по правам ребенка. За пять лет ее работы в этой должности служба уполномоченных стала крепкой, надежной системой защиты детей. Самое приятное, что Мария Алексеевна выполняет свою работу как многодетная мама – с большой любовью, абсолютной искренностью и компетентностью. А мы готовы во всем ей помогать.

Конечно, особую роль в защите прав детей играет прокуратура, которая действует в этих вопросах очень жестко и эффективно. Эту тему мы обсудили сегодня с заместителем Генерального прокурора России Николаем Анатольевичем Шишкиным.

Работаем дальше.
11:13 15-04-2026
Переслано:
Башкортостан подвергся террористической атаке БПЛА. Несколько беспилотников сбиты над промышленной зоной Стерлитамака. Обломки упали на территорию одного из предприятий. Все службы работают на месте, тушат возникшее возгорание. Подробности выясняем.
09:39 15-04-2026
💥 Пилотһыҙ аппарат һөжүме хәүефе тыуғанда нимә эшләргә? Белеп ҡуйығыҙ.
09:38 15-04-2026
Пост удален
09:35 15-04-2026
📌 Рәсәй халҡы яңы һөнәр үҙләштерә, квалификацияһын камиллаштыра һәм эш таба ала
📍Бындай мөмкинлек «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә булдырыла. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса унан 119 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
📍Хәҙер «Рәсәй эше» платформаһында эшсе һөнәрҙәрҙән алып туризм һәм энергетика өлкәһендәге йүнәлештәргә тиклем ете меңдән ашыу белем биреү программаһы тәҡдим ителә.
07:59 15-04-2026
Переслано:
В Республике Башкортостан объявлен режим «Беспилотная опасность»!

МЧС России напоминает:

✅ держись подальше от окон – осколки стекла могут быть опасны при взрыве. 

✅ не выходи на улицу без необходимости.

✅ не подходи к обломкам БПЛА, сообщи о происшествии по номеру: 112.

⚠️ Следи за сообщениями в официальных источниках.

МЧС Башкортостан в МАХ | ВК
МЧС России в MAX | ВК
07:36 15-04-2026
⚡Бәләбәйҙә ҡурҡыныс авария

Бөгөн иртән Бәләбәй-Приют автомобиль юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған.
❗️Һөҙөмтәлә "Део Нексия" еңел автомобиле юлдан ситкә ауып түңкәрелә. Дүрт кеше һәләк була, берәүҙе дауаханаға алып китәләр.

✅Фото: МЧС Башҡортостан.
05:46 15-04-2026
☀️ Хәйерле иртә!

🌿 Яҙҙың матур көнөнән көс-дәрт алып, алға атлайыҡ.

🎶 Һеҙҙең өсөн Азалия һәм Гүзәлиә Вәлиевалар йырлай.

✅ Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.
19:44 14-04-2026
💥 7-10 апрелдә VII «Айыҡ ауыл» республика конкурсы ҡатнашыусыларының – республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәренең презентацияларын яҡлау этабы үтте. Дүрт көн дауамында эксперт комиссияһы ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһаланы.

✨Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль район хакимиәттәре тәҡдим иткән документтар, видеороликтар менән танышты.

✨Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә Башҡортостандың  52 ауылы дәғүә итә.
19:20 14-04-2026
💚 "Салауат Юлаев" - "Локомотив" 0:4

Хуш, Гагарин кубогы! Хуш, миҙгел. Юлаевсылар рәттән дүртенсе тапҡыр еңелеп, плей-офтан төшөп ҡалды.
🔥 Ял итәбеҙ ҙә яңы миҙгелгә әҙерләнәбеҙ.
17:56 14-04-2026
✍️ Сит илдәр һәм өлкәләр ҙә башҡорт теленән диктант яҙасаҡ

📝 Әлеге мәлдә урындарҙа сараны ойоштороусыларға кәрәкле материалдар таратыла. Бөгөнгә барлығы 650-нән ашыу диктант яҙыу майҙансығы теркәлде. Румыния, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек сит илдәрҙә лә майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ йылдағыса Рәсәй төбәктәре лә башҡорт теленән диктант яҙыуға әүҙем ҡушылырға әҙерләнә. 
17:37 14-04-2026
⭐ "Башҡортостан геройҙары” эшкә урынлаштырыла

– "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштыра башлайбыҙ. Программала ҡатнашыусы Мәжит Байдәүләтов өс йылдан ашыу алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә, "Башҡортостан" полкы командиры урынбаҫары була. Мин уны беҙҙең рәттәрҙә күрәм, уның яҡшы белеме, МХО-ла туплаған ҙур тәжрибәһе бар, – тине төбәк Башлығы.

⚡Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан геройҙары" проекты республикала махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн булдырылған һәм "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының дауамы булып тора. Быйыл март айында “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашып, финалға сығыусылар өсөн “Патриот” паркында өсөнсө белем биреү модуле ойошторолдо.

Фото: аҙналыҡ кәңәшмәнең видеотрансляцияһынан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналы https://max.ru/gazetabashkortostan
17:33 14-04-2026
💢 Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт әйтте

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер туған ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары командаһына рәхмәт әйтте.

"Миңә һәм ғаиләмә күрһәткән иғтибарығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Бындай ваҡытта ҡайғы уртаҡлашыу бик мөһим. Табиптар уның өсөн туғыҙ көн көрәште, йәрәхәттәре ауыр ине. Мин табиптарҙың нисек эшләүен үҙем күрҙем. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш реаниматологы өс тәүлек йоҡламаны. Минең ағайым булғанға түгел, кешеләр ысынлап та шулай йәшәй", – тип аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығының бер туған ағаһы Ришат Хәбиров юл фажиғәһендә алған йәрәхәттәрҙән һәләк булып ҡалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Радий Хәбиров ағаһының бәлиғ булмаған улы ҡалыуы, уның атаһына “ныҡ бәйле" булыуын әйтте. "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һуңынан илауына юл ҡуймағыҙ", – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: кәңәшмәнең тура трансляцияһынан скриншот.
15:33 14-04-2026
📝 Башҡортса диктантҡа әҙерһегеҙме? Белемдәрегеҙҙе нығытығыҙ, ваҡыт бар әле.
Ярҙамға – мобиль ҡушымталар.
Ә һеҙ ниндәй башҡортса ҡушымталар беләһегеҙ?
15:31 14-04-2026
Пост удален
14:46 14-04-2026
📌 "Тарих навигаторы" проекты башлана

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлеге һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Тарих навигаторы» тигән проектҡа старт бирә.
📍Тамашасыларҙы уникаль материалдар, һирәк осраған факттар һәм беҙҙең республиканың, илдең, донъяның тарихына үҙенсәлекле ҡараш көтә.
📍Алып барыусы - Рәмил Рәхимов, тарихсы, ғалим, Хәрби фәндәр академияһы ағза-корреспонденты. Академии военных наук.
❗Проект тураһында тулыраҡ: https://vk.ru/club237651984